Дауаханаларҙа Ковид-19 вирусынан дауаланыусы пациенттарҙың хәле тураһында көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем госпиталдәрҙең белешмә хеҙмәттәренең ҡыҙыу линиялары аша белергә мөмкин. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдерҙе.
Ҡыҙыу линия телефондары исемлеген ведомствоның сайтында табырға мөмкин. Министрлыҡта шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә коронавирус инфекцияһы буйынса «ҡыҙыу линия» телефондары ла эшләй.
Бәйләнеш өсөн телефондар – 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20. Шулай уҡ 13-01 телефоны ла көсөргәнешле режимда эшләй. Ашығыс медицина ярҙамы саҡырыу өсөн 103 һәм 113 номерҙарына шылтыратығыҙ.




