Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары балаларҙың изге теләктәрен үтәйәсәк

Халыҡ һайланыусылары «Теләктәр шыршыһы» бөтә Рәсәй марафонына ҡушылды. Башҡортостанда Яңы йыл акцияһын уҙған аҙнала республика башлығы Радий Хәбиров башлап ебәргәйне.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған проект етемдәргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Хәйриә сараһында парламент спикеры Константин Толкачев депутаттар менән бергә Яңы йыл шыршыһынан өсәр уйынсыҡ алды. Был шарҙарҙа республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән балаларҙың теләктәре яҙылған. Хәҙер акцияла ҡатнашыусылар һәр кескәйҙең хыялын тормошҡа ашырасаҡ.

Мәрхәмәтлек акцияһына Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин да ҡушылды. Ул Өфөнән 4 йәшлек Саша Лопоуховтың хыялын тормошҡа ашырҙы. Малайҙың әсәһе әйтеүенсә, бала ауыр сир менән яфаланһа ла, музыканы ҡалдырмай. Шуға ла ул Яңы йылға электрон синтезатор һораған. Михаил Закомалдин баланың хыялын тормошҡа ашырып, әсәһе аша ул теләгән музыка ҡоралын бүләк итте.

Был бүләк күңелебеҙҙе күтәрҙе. Сөнки әллә ни урамға сығып йөрөмәгәс кәйефебеҙ юҡ ине. Акцияны ойоштороусыларға оло рәхмәтемде еткерәм. Улар улымдың Яңы йылда көткән мөғжизәһен ысынбарлыҡ итте.

Алла Талипова, Сашаның әсәһе
Фото №1 - Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары балаларҙың изге теләктәрен үтәйәсәк

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ