Яңы йыл күстәнәстәре...

Уларҙы күп балалы ғаиләләргә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары һәм #Беҙбергә акцияһы  парнеры – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу бүләк итте.

Йомарт Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ролдәрендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.  Тәмлекәстәр Өфөнән туғыҙ бала тәбиәләгән Фәттәховтар ғаиләһенә тапшырылды. Яңы йыл байрамын Фәттәховтарҙың балалары көтөп алған - йырҙар өйрәнгән, шиғырҙар ятлаған.

Фәттәховтар ғаиләһенә Президент грантына алынған бүләктәр ҙә тапшырылды. Бындай ярҙам республикала күп бала тәрбиәләгән 50 ғаиләгә ҡаралған. Ғафури, Учалы , Дәүләкән райондарында грант бүләктәре бәләкәстәргә тапшырылған да инде. Унда аҙыҡ-түлек тупланмаһынан тыш, балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары ла бар.

Фото №1 - Яңы йыл күстәнәстәре...

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ