Ул балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү маҡсатында киләһе йылдың 15 ғинуарына тиклем дауам итә.
Ҡышҡы каникулдар алдынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәрҙе төрлө саралар үткәрә. Шуларҙың береһе Өфөнөң 160-сы лицейында үтте. Акция барышында инспекторҙар уҡыусылар менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса һөйләшеү уҙғарҙы. Улар билдәләүенсә, республика юлдарында балалар ҡатнашлығында фажиғәле хәлдәр йыш ҡабатлана. Быйыл ғына төрлө аварияларҙа бәлиғ булмаған 12 ҡыҙ һәм малайҙың ғүмере өҙөлгән, 396 бала төрлө тән йәрәхәттре алған. Фажиғәле осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында был көндәрҙә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары «Иғтибар, балалар!» акцияһын башланы.
Уның барышында төрлө рейдтар, тематик флешмобтар, юлдарҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу оҫталығын нығытыу буйынса олимпиадалар ойоштороласаҡ.
Илдар Байбулатов.




