«Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда Минскиҙың «Динамо»һын 8:3 иҫәбе менән еңде

Иҫәпте икенсе осорҙа «Динамо» уйынсылары асты, әммә юлаевсылар юғалып ҡалмай 45 секунд эсендә ҡунаҡтар ҡапҡаһына ике шайба индерә алды. Хужаларҙың алтынсы мәрәйенән һуң ҡунаҡтар Өфө командаһы ҡапҡаһына тағы ла ике шайба индереүгә иреште.

Уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 8:3 иҫәбе менән тамамланды. Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы 47 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһының 5-се баҫҡысын биләй. Иртәгә юлаевсылар Екатеринбургта «Автомобилист» командаһы менән алыша.  

Фото №1 - «Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда Минскиҙың «Динамо»һын 8:3 иҫәбе менән еңде

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ