Ярышҡа профессиональ уйынсылар менән бергә һәүәҫкәр спортсылар ҙа сыҡты. Иглин районында ойошторолған ике команда менән Өфө ҡалаһы һәм Нуриман районы хоккейсылары көс һынашты. Беренсе урынды Красная горка ауылының «Вулкан», икенсе урынды Таутөмәндең «Йылан» командаһы яуланы. Был аҙнала Иглин районында ихата командалары араһында хоккей ярыштары ла уҙасаҡ.




