Журналист һөнәрен алмаштыра

Рәсәй ҡотҡарыусылары көнө алданынан бөгөн республика телевидениеһы хәбәрселәре яңы һөнәр үҙләштереп ҡараны. Улар авария-ҡотҡарыу отряды әҙерләгән һынауҙар аша үтте. Сценарий буйынса журналистарға сәнәғәт предприятиеһы, дөйөм ятаҡтағы янғындан кешеләрҙе эвакуациялау бурысы ҡуйылды. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ҡотҡарыусылар кейемен кейҙе.

Кисәге журналист хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә инструктаж үткәндән һуң кешеләр ҡотҡарырға әҙер. Сценарийға ярашлы, автотранспорт цехында газ шартлаған. Емереклектәр араһында зыян күреүсенең булыуы ла ихтимал.

Был осраҡта команда эше талап ителә. Шуға ла,  рация аша барыһы ла контролдә тотола барҙы.

Емереклектәр араһында өс кеше табыла. Барыһы ла төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шуға ла, уларҙы һаҡ ҡына сығарыу мөһим. Бер зыян күреүсегә урында уҡ тәүге ярҙам күрһәтелде.

Ә иһә сираттағы этап сәнәғәт предприятиеһында дауам итте. Сценарий буйынса авария-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәрҙенә эвакуациялау һәм хлор сыҡҡан урынды бөтөрөү бурысы ҡуйылған. Журналистар махсус химия костюмы, тын алыу аппараты һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән ҡоралланып ғәҙәттән тыш хәл урынына юлланды. Ҡотҡарыусы булып һәр кем эшләй алмай, ти Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре. Ләкин төрлө хәлдәрҙә дә эшләргә күнеккән журналистар был юлы ла һынатманы.

Өсөнсө этап иһә дөйөм ятаҡта сыҡҡан янғын тирәләй барҙы. Етенсе һәм һигеҙенсе ҡаттарҙа ике кеше ут ҡамауында ҡалған. Уларҙы тиҙ арала табып, эвакуациялау кәрәк. Был операцияға өс журналист йәлеп ителде. Хәүефһеҙлек каскаһы, рация, фонарҙәр менән ҡоралланып фатирҙар буйлап ҡалған кешене эҙләнек. Масканың боҫланыуынан үҙебеҙҙе төтөн эсендә йөрөгән һымаҡ хис иттек.

Бина баҫҡыстары ишелеп төшөүҙән, сығыр юл да ябылды. Журналистарға альпинизм ҡорамалдары менән уттан сығырға  тура килде. 

Тәьҫораттар етерлек. Башҡаларҙы бәләнән аралайым тип ҡотҡарыусы үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Хатта, һөнәри байрамдарында ла улар ваҡытын эштә уҙғара. Бәлә лә бит бер кемдән дә һорап килмәй.

Фото №1 - Журналист һөнәрен алмаштыра

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ