Өфөлә Мегапарк ишектәрен асты

Башҡаланан сыҡҡан ерҙә, билдәле сауҙа үҙәктәре урынлашҡан майҙанда асылған обьекттың исеме есеменә тура килә.

Бында йылдың төрлө миҙгелендә лә ваҡытты күңелле һәм файҙалы итеп уҙғарыу өсөн тулы мөмкинлектәр ҡаралған. Дизайнерҙар тәҡдиме менән паркта бормаланып аҡан йылға формаһындағы йәйәүлеләр һуҡмағы эшләнгән. Ә скейт зонала рәхәтләнеп шыуырға, яңы хәрәкәттәр үҙләштерергә мөмкин. Әле парк кафелар иллюминацияларҙан балҡып торһа, йәй  майҙан йәшелеккә күмеләсәк. Бында быуа, шарлауыҡ эшәлүә ҡаралған.

Хужалар әйтеүенсә, хәҙерге һатып алыусыларҙы заманса сауҙа үҙәктәре, хеҙмәтләндереү кимәле менән генә йәлеп итеп булмай. Кешеләрҙең талабы арта, улар сауҙа үҙәктәрендә бар уңайлыҡтар тыуҙырылыуын теләй. Мегапарктар әлегә тиклем Мәскәү, Санкт-Петербур, Ҡазан, Ростов ҡалаларында асылған, хәҙер был исемлектә Башҡортостандың баш ҡалаһы ла бар.

Беҙҙең компания был проектты ғәмләгә ашырыуға 350 миллион һум инвестиция һалды. Әлбиттә, Өфөләге Мега парк башҡа ҡалаларҙан айырыла, бында Башҡортостанға ғына хас милли биҙәктәр бар. Тағы ла шуны биләдәләр инем, был үҙәк күп функциялы. Спорт, туҡланыу, күңел асыу, ял итеү зоналары бар. Мегапарк 23 мең квадрат метр майҙанды биләй.

София Трофимова, Рәсәйҙең «Ингка сентерс» йәмғиәте генераль директоры
Фото №1 - Өфөлә Мегапарк ишектәрен асты

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ