Рәсәй Президенты Дәүләт советы ултырышында шулай тип белдерҙе. Думала “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Сергей Неверов йылдың һуңғы көнөн ял көнө булараҡ иғлан итеү башланғысы менән сығыш яһағайны. Владимир Путин тәҡдимде хупланы һәм киләсәктә 31 декабрҙе рәсми ял көндәре исемлегенә индерергә саҡырҙы.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә быйыл 31 декабрь ял тип иғлан ителде. Халыҡ Яңы йылға әҙерләнеү мәшәҡәттәре менән мәшғүл: байрам табынын хәстәрләй, бүләк, күстәнәстәр һатып ала, йортон биҙәй. 31 декабрь ял әллә эш көнө булырға тейешме? Тыңлаусыларыбыҙ фекерен белештек.





