Башҡортостан буйынса Суд приставтары хеҙмәтенән шул турала белдерәләр. Сит илгә сығыу тыйылғас, граждандар бурысты түләргә мәжбүр булған. Быйыл 11 айҙа 400 меңдән ашыу ҡарар сығарылған һәм 1 миллиард 200 миллион һум ҡайтарылған. Граждандар алимент, кредит түләмәгән. Закон буйынса 30 мең һумдан ашыу бурыс йыйылғанда, сит илгә сығыу тыйыла.





