“Республика фәлсәфә мәктәбе илдә көслөләрҙән һанала”, - ти фән докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина.
Яңыраҡ Философия буйынса диссертация советында ғилми хеҙмәттәрҙе яҡлау үтте. Ул онлайн һәм оффлайн ойошторолдо. Нурлан Ғәниев фәлсәфә фәндәре кандидаты дәрәжәһен яҡланы. Ғалим рухи вандализм темаһына фәнни эш яҙған.
Быйыл Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт теле буйынса диссертация советы эше тергеҙелде. Уҡыу йортонда бөтәһе 10 совет эшләй.





