Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы онлайн үтте. “Башҡорт дәүләт академия драма театрына – 100 йыл” тип аталған әҫәрҙең авторҙары – Өфө сәнғәт институты доценттары Айһылыу Сәғитова һәм Гөлсәсәк Саламатова. Улар тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Театр романы” конкурсына 140-ҡа яҡын баҫма тәҡдим ителгән. Иң яҡшы 6 китап авторына премия тапшырылды.






