Бөгөн Башҡортостан башлығы короновирусҡа ҡаршы көрәшкән 4 тиҫтәгә яҡын медицина хеҙмәткәрҙәренә, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттарына орден-миҙалдар һәм почетлы исемдәр тапшырҙы.
Республика башлығы бүләкләү тантанаһында билдәләүенсә, пандемия шарттары табип һөнәренең йәмғиәттә тотҡан мөһим урыны һәм оло әһәмиәтен күрһәтте. Башҡортостан табиптары ла тәүге көндән үк мәкерле сиргә ҡаршы көрәш һыҙығына баҫты. Төбкәтең медицина системаһы ла үҙенең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеген иҫбатланы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Өфө районының Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында заманса ковид госпиталдәр ҡалҡып сыҡты. Хәҙер был проект илдең башҡа төбәктәренә лә таратыла. Ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан башҡа медицина учреждениеларын төҙөү ҙә дауам итә.
Бүләкләнеүселәр белдереүенсә, табиптарға үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып короновирус менән көрәшергә тура килә. Әммә улар бирешмәй, аҡ халатлылар Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлап халыҡтың сәләмәтлеге һағында тора. Ә юғары наградалар ошо фиҙаҡәр хеҙмәткә лайыҡлы баһа.
Бөгөн Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу медицина учреждениеһына транспорт саралары ла тапшырылды. Табиптар әйтеүенсә, дауаханаларға автомобилдәр бик кәрәк. Яңы, заманса техника ярҙамға мохтаж пациенттар янына тиҙ арала барып етергә булышлыҡ итәсәк. Ә пандемия ваҡытында өйгә саҡырыуҙар артҡан, табиптарға иртәнән кискә тиклем эшләргә тура килә.
Рәмзиә Кәримова.




