Башҡортостанда янғында һәләк булыусылар 130 процентҡа артҡан

Былтыр декабрҙә ут эсендә 22 кеше вафат булһа, быйыл ошо уҡ осорҙа был күрһәткес 51-гә еткән.

Мәсьәлә бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика комиссия ултырышында тикшерелде. Әлбиттә, ҡорбандарҙың кинәт ишәйеүенә уҙған аҙнала Әбйәлил районы Ишбулды ауылында теркәлгән фажиғә төп сәбәпсе булған. Мәрхәмәтлек йортонда сыҡҡан янғында 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Вице-премьер Ирек Сәғитов билдәләүенсә, фажиғәләр башлыса мейес һәм электр ҡоролмаларын дөрөҫ файҙаланмау, шулай уҡ тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә сыға.

Янғындарҙың күбеһе һыуыҡ осорҙа теркәлеүен иҫәпкә алып йыл һайын республикала иҫкәртееү сараларын көсәйтеү буйынса аныҡ пландар билдәләнә, әммә был ғына тейешле һөҙөмтә бирмәй. Был йәһәттән бигерәк тә урындағы үҙидаралыҡ органдарының эшмәкәрлеге бик түбән кимәлдә тиелде, комиссия ултырышында.

Фото №1 - Башҡортостанда янғында һәләк булыусылар 130 процентҡа артҡан

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ