Башҡортостанда 15 мең гектарҙа ағас ултыртылған

Башҡортостанда 15 мең гектарҙа ағас ултыртылған
Фото №1 - Башҡортостанда 15 мең гектарҙа ағас ултыртылған

Быйылғы план арттырып үтәлгән, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Ағас ултыртыу “Экология” милли проектына ярашлы алып барыла. Йылайыр, Белорет, Ҡариҙел, Баймаҡ, Бөрйән райондарында урманды тергеҙеү эше айырыуса яҡшы ойошторолған. Быйыл янғын арҡаһында 2 мең 200-ҙән ашыу гектар урман зыян күрҙе. Аҡсалата юғалтыу 7 миллион һумдан ашыуға баһалана.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ