Быйыл Башҡортостан парламенты 150-нән ашыу закон ҡабул иткән

Быйыл Башҡортостан парламенты 150-нән ашыу закон ҡабул иткән
Фото №1 - Быйыл Башҡортостан парламенты 150-нән ашыу закон ҡабул иткән

Уларҙың 60-ҡа яҡыны көҙгө сессияла хупланған. Бөгөн был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролай рәйесе Константин Толкачев матбуғат конференцияһында белдерҙе. Ул журналистарҙың һорауҙарына онлайн тәртиптә яуап бирҙе.

Быйыл Башҡортостан парламенты 150-нән ашыу закон ҡабул иткән

Депутаттар үҙмәшғүлдәрҙең хоҡуҡтарын яҡлаған закон да ҡабул итте. Ҡанун ундай кешеләргә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡаралған ярҙам сараларын алыу форсатын бирә. Бында шулай уҡ льготалы кредиттар һәм субсидиялар инә.

Быйыл Башҡортостан парламенты 150-нән ашыу закон ҡабул иткән

Башҡортостан парламенты депутаттары федераль ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса ла әүҙем эшләгән. Ҡарттар йорто эшмәкәрлеген мотлаҡ лицензиялау, умарталарға яҡын булған биләмәләрҙе пестицид һәм агрохимикаттар менән эшкәртеүҙе алдан иҫкәртеүҙе талап иткән закон проекттары әҙерләнгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ