Ул Фән һәм технология йылы тип иғлан ителә. Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәү дәүләт университеты попечителлек советы ултырышында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, беҙҙең республикала донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килә. Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәге булдырыла. Бының өсөн федераль үҙәктән ярҙам күрһәтелә.





