Яңы биналар “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса төҙөлгән. Район хакимиәте башлығы ярҙамсыһы Илгиз Шәкүров:
2024 йылға тиклем Мишкә районында 19 фельдшер-акушер пункты төҙөү планлаштырыла. Быйыл республикала асылған медицина пункттарының байтағы федераль аҡсаға һалынған. Бер нисәһе адреслы инвестиция программаһы буйынса төҙөлгән. Шулай уҡ илдең “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы проектына ярашлы асылғандары ла бихисап.
#нацпроекты #миллипроекттар





