Башҡортостанда «Алға» махсус иҡтисади зонаһын күҙәтеү советы эш башланы

Уның рәйесе итеп Радий Хәбиров тәғәйенләнде. Тәүге ултырышта ҡатнашыусылар иҡтисади биләмәнең әлегә тиклемге эшмәкәрлеге, инвестиция проекттарының үтәлеше һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, махсус иҡтисади зона статусы алыуға ни бары бер нисә ай ғына үтте. Әммә беҙ ышаныслы алға барабыҙ.

2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт етештереүе индексы  бер аҙ кәмеһә лә төҙөлөш, инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек. Ғөмүмән иҡтисадты нығытыуға ирештек һәм был уңыштарҙа «Алға» биләмәһенең өлөшө ҙур, тине төбәк башлығы.

Махсус биләмә резиденттары тәҡдим иткән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу төбәккә 10 миллиард һум аҡса индереү мөмкинлеге бирә. 1 мең 400 өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда «Алға» махсус иҡтисади зонаһын күҙәтеү советы эш башланы

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ