Ә инвестициялар күләме 64 миллион һум. Ғаилә хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән программала Ташлы ауылы фермерҙары ла ҡатнаша. Улар хужалыҡты үҫтереү өсөн 15 миллион һумға яҡын дәүләт ярҙамы ала. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Быҙауҙарға әле бер аҙна ла юҡ. Уларҙы һөт менән туҡландырыуҙан тыш, төрлө ҡатнашмалар ҙа бирелә. Сифатлы продукция етештереү һәм юғары һауым алыр өсөн малҡайҙарҙы тыуғандан алып яҡшы шарттарҙа тоторға кәрәк. Сөнки был хужалыҡтың төп бурысы, ти ферма хеҙмәткәрҙәре.
Ағалы-ҡустылы Төхвәтшиндар ауыл хужалығы өлкәһендә күптән шөғөлләнә. Тәүҙә эште улар 10-20 баш малдан башлаған. Ә инде 2012 йылда йүнселдәр хужалыҡты рәсмиләштерә. Ҡышҡыһын малдарҙы Ташлы ауылында урынлашҡан фермала тотһалар, йәйгеһен йәйләүҙә.
Хужалыҡ «Ғаилә фермаһы» программаһында ҡатнашып 15 миллион һумға яҡын грант отҡан. Йүнселдәр уға үҙенең 10 миллион һумын да ҡушҡан. Проект шарты буйынса 60 процент ҡаҙнанан, 40 проценты фермерҙан булыу бурыс. Аҡсалата ярҙамға 298 баш тоҡомло мал һатып алынған. Элек башлыса һөтсөлөк менән шөғөлләнһәләр, хәҙер иһә ит өсөн таналар аҫрауға күскән.
Крәҫтиән-фермер хужалығында мал һуйыу цехы ла эшләй. Бында быйыл 260 тонна ит эшкәртелә. Киләсәккә производствоны киңәйтеү, полуфабрикаттар һәм ҡалдыҡтарҙы утилләштереү цехын асыу планлаштырылған. Сөнки әлеге ваҡытҡа тиклем мал тиреһе, мөгөҙҙәре һәм эс-ҡарыны күрше төбәккә ебәрелә, был өҫтәмә сығымдар талап итә. Ә яңы цех асылыуы ҡалдыҡтарҙан мал аҙығы етештереү мөмкинлеге бирәсәк.
Әлфинә Килдейәрова.




