Бөгөн был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев белдерҙе. Ул онлайн матбуғат конференцияһы үткәрҙе һәм бер сәғәт дауамында журналистар һорауҙарына яуап бирҙе.
Журналистар парламент рәйесенән Яңы йылды ҡайҙа һәм кем менән ҡаршы алыуы тураһында ла һорашты. Константин Толкачев байрамды ғаилә менән үткәрәм тине.
Быйыл республика парламенты депутаттары 150-нән ашыу закон ҡабул иткән. Уларҙың байтағы пандемия шарттарында граждандарға һәм бизнесҡа ярҙам сараларын күҙ уңында тота.





