Бөгөндән Ҡышҡы Нардуған башлана

Ул 25 декабрҙән 5 февралгә тиклем дауам итә һәм иң һыуыҡ көндәргә тура килә. Башҡорттар элек-электән Ҡышҡы Нардуғанды байрам итеп билдәләгән. Көндөң оҙоная башланыуына арналған бороңғо йоланы Белорет районының Шығай ауылы халҡы әле лә онотмай. Быйылғы сараға ла улар ныҡлы әҙерләнгән һәм байрамды “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы ҙурыраҡ кимәлдә уҙғарырға хәл иткән. Белорет районы хакимиәте белгесе Эльза Мөхәмәҙиева һөйләй.

Бөгөндән Ҡышҡы Нардуған башлана