Башҡортостан Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архив Өфөлә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына арналған күсмә күргәҙмә ойошторҙо. Әле тарихи документтар менән “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә танышырға була. “Документтарҙа ата-бабаларҙың тормошо сағыла. Сығанаҡтар нигеҙендә һәр кем тыуған яҡ тарихын өйрәнә һәм нәҫеленең Шәжәрә ағасын төҙөй ала”, - тиМилли архив белгесе Зөфәр Ғәтиәтуллин.
Күсмә күргәҙмә декабрь аҙағында Өфөнөң “Мега” сауҙа үҙәгендә ҡуйыла. Ғинуарҙа ул “Планета” сауҙа үҙәгенә күсә. Февралдә халыҡ иҫәбен алыу документтары менән баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары студенттарын таныштыралар. Күсмә күргәҙмә маршруты менән Архив эштәре буйынса идаралыҡ сайтында танышырға була.





