2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика 11-се баҫҡыста ине. Быйыл яҡташтарбыҙ ярыштан 10 миҙал яулаған.
«Абилимпикс» милли чемпионаты быйыл алтынсы тапҡыр ойошторола. «Рәсәй мөмкинлектәр иле» платформаһы сиктәрендә уҙғарылған конкурста физик мөмкинлеге сикләнгән уҡыусылар, студенттар, белгестәр үҙ көсөн һынай ала. Быйыл ул 80-гә яҡын компетенция буйынса ойошторолған. Башҡортостандан иһә 51 кеше ҡатнашҡан, улар 34 йүнәлеш буйынса үҙ белемен, оҫталығын һынап ҡараған. Ярыштар Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Благовещен урта һөнәри белем биреү йорттарының майҙандарында ойошторолған.
Еңеүселәр араһында йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә бар. Мәҫәлән, Республика клиник психиатрия дауаханаһы хеҙмәткәре Александр Сурков «Клининг» компетенцияһы буйынса өсөнсө урын алған. Уның остазы Мөнирә Сабитова билдәләүенсә, медицина учреждениеһында хеҙмәт менән дауалау терапияһы ҡулланыла. Александр Иванович дауаханалағы хайуандарҙы, ҡоштарҙы ҡарай.
Рәмзиә Кәримова.




