Ковид-19 пневмонияһынан һуң реабилитация

Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы фәнни-тикшеренеү институтында пневмония менән сирләгәндән һуң пациенттар һаулыҡтарын яҡшырта. Сәләмәтлекте тергеҙеү программаһы бер-нисә төрлө терапия курстарынан тора. Корновирус инфекцияһы үткәргән пациенттарҙы дауалау хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Үпкә, тын юлдары сирҙәренән һуң пациенттарҙы реабилитациялауҙа кислород терапияһы уңышлы ҡулланыла. Бындай процедура ҡанында кислород миҡдары аҙ булған ауырыуҙарға файҙалы. Бронхиаль астма менән яфаланған һәм махсус анализдары булған  ауырыуҙарға тап ошо дауалау процедураһы тәғәйенләнә.

Был клиникала дауалау курсы үткән Гөлшат Хужәхмәтова ла үҙен күпкә яҡшыраҡ тоя һәм нығынып йортона ҡайтырға юллана.

Оҙаҡ йылдар бронхиттан яфаланам, ун көн кислород терапияһынан һуң, үҙемде бик яҡшы тоям.

Тын юлдары сирҙәренән интеккән, пневмония менән сирләгән пациенттар массаж ала. Юғары категориялы массаж оҫтаһы Ильфир Мусиндың ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Дауалау физкультураһы өсөн махсус зал бүленгән. Физик күнекмәләр һәр пациенттың һаулыҡ торошонан сығып билдәләнә. Залдағы тренажерҙарҙа шөғөлләнеү скандинав таяҡтарында йөрөүҙе алмаштыра, ти белгестәр. Ковид -19 инфекцияһы менән зарарланыусыларҙа ҡан тамырҙарында тормбоз йыш күҙәтелә. Махсус күнекмәләр һәм дөрөҫ итеп тын алыу ҡан әйләнешен һәм үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта.

Дауалау процедуралары табип күҙәтеүендә башҡарыла. Дециметрлы тулҡындар тәнгә 15-20 сантиметр үтеп үпкәләрҙең елһенеү процессын дауалай. Дауалау ваҡыты  егерме минут тәшкил итә. Озон терапияһы шәхси клиникаларҙа, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан тыш, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институтында ла киң ҡулланыла.

Пациенттарға беҙ магнит, лазер, нур һәм дициметрлы терапияһы тәҡдим итәбеҙ. Лазер нурҙары үпкәнең тейешле нөктәләрендә ауырыу урындарҙы дауалай.

Фирҙәүес Урманцева, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы фәнни-тикшеренеү институтының бүлек мөдире

Сирлеләрҙе реабилитациялауҙың башланғыс этабы стационарҙа, икенсеһе поликлиникала терапевт күҙәтеүендә, өсөнсөһө иһә сирҙән һуң, айҙан ашыу ваҡыт үткәс, ике аҙна дауамында башҡарыла.

Яңы короновирус инфекцияһын үткәргән пациенттарҙы медицина реабилитациялау ысулдары Рәсәй реабилитологтары союзы тәҡдименә ярашлы төҙөлгән.

Фото №1 - Ковид-19 пневмонияһынан һуң реабилитация

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ