«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ойошторған акцияға республика профсоюздары, ирекмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡушыла. Пандемия менән бәйле ата-әсәһен һирәк күргән кескәйҙәргә әҙерләнгән татлы күстәнәстәр 4 меңдән ашыу ғаиләгә тапшырылды.
Дауахананың «Ҡыҙыл зонаһында» тәүлек әйләнәһенә эшләгән табиптарҙы өйҙәрендә балалары көтә. Малай-ҡыҙҙарға 2020 йылда уларға ата-әсәһе ҡосағында күпкә һирәк булырға тура килгән. Сөнки табиптар бөтөнләй икенсе тәртиптә, ике аҙналыҡ вахталарҙа эшләй. Төбәктә Яңыл йыл байрамы уңайынан аҡ халатлыларҙың балаларына Ҡыш бабай бүләктәре таратылды.
Табиптарҙың балаларына күстәнәс таратыу «Берҙәм Рәсәй « партияһы тарафынан ойошторола. Акцияға республика профсоюздары, ирекмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡушыла. Тәүгеләрҙән булып бүләктәрҙе Благовещен үҙәк дауаханаһы табиптары ҡабул итә.
Ҡыш бабай күстәнәстәре «ковид зонала» эшләгән 4 мең табип ғаиләһенә иҫәпләнгән. Пандемия менән бәйле үтеп барған йыл ҡатмарлы булһа ла кескәйҙәр өсөн көтөп алған байрам бүләктәр, уйындар менән иҫтәлекле булырға тейеш.
Республика ирекмәндәре хәрәкәте табиптарҙың көсөргәнешле хеҙмәтен еңеләйтеүгә үҙ өлөшөн индерә Волонтерҙар дауаханаға аҙыҡ-түлек, бүләктәр, бушлай такси хеҙмәттәрен ойоштора. Шулай уҡ табиптар ғаиләһе менән 8 ғинуарҙа мюзиклға саҡырыла. Йыл дауамында үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, меңәрләгән пациентты ҡотҡарыусы медиктарға көтөп алынған ял сәғәттәре рухи көс, дәрт өҫтәр тип көтөлә.
Флорида Ким.




