Яңы йылдың ылыҫлы хужаһы Иглиндә етештерелә

Иглин урман хужалығынан  быйыл  һатыуға 1600 шыршы сығарылған. Урман үҫтереүселәр йәшел ҡупшыҡайҙар өлгөрөп етһен өсөн 15 йыл буйы тырышлыҡ һала. Иглин урмансылары йылына 60 гектарҙа 280 мең ылыҫлы ағас ултырта.

Шыршы урманы өлгөрһөн өсөн уны һирәкләтеп торабыҙ. Ҡояш нурҙары яҡшы төшһә, шыршы олоно ҡуйы һәм ныҡлы булып үҫә. Беҙ тәрбиәләп торған үҫентеләр халыҡҡа байрам кәйефе өләшә икән, эшебеҙҙән кинәнес табабыҙ.

Игорь Емельянов, Иглин урман хужалығы хеҙмәткәре

Һатып алыусыларға төрлө формалағы һәм бейеклектәге шыршыларҙы һайлап алыу мөмкинлеге булдырылған. Нисек кенә булмаһын, көйләнгән ысул шыршыларҙың  баҙар хаҡын бер кимәлдә тоторға ярҙам итә.

Беҙ үҫтергән йәшел шыршылар әкиәттәге мөғжизә кеүек. Ул һәр йорттоң биҙәге. Ата-әсәһе Яңы йыл байрамына ылыҫ эҫе сығып торған тере шыршы алып ҡатһа, балалар ҙа ҡыуана.

Фото №1 - Яңы йылдың ылыҫлы хужаһы Иглиндә етештерелә

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ