Каринэ Хәбирова «Рәсәйҙең махсус олимпиадаһы» еңеүселәрен бүләкләне

Каринэ Хәбирова «Рәсәйҙең махсус олимпиадаһы» программаһы сиктәрендә тау саңғыһы спорты буйынса республика бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләне. Турнир Өфөнөң «Аҡ йорт» спорт комплексында 8 йәштән 21 йәшкә тиклемге 50 спортсы араһында үтте.

Ҡатмарлы диагноз менән яфаланыуға ҡарамаҫтан ҡатнашыусылар һынатманы. Шуға ла саңғыға баҫыусыларҙың барыһы  ла иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Каринэ Хәбирова йәш быуындың маҡсатҡа ынтылыусанлығын билдәләп, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән ғорурланыуын белдерҙе.  

Фото №1 - Каринэ Хәбирова «Рәсәйҙең махсус олимпиадаһы» еңеүселәрен бүләкләне
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ