Электр энергияһын һаҡсыл ҡуланған фонарҙәр «Өфө» аэропортына боролоштан алып Булгаков ауылына тиклем ҡуйылған. Проект буйынса яҡтыртыу ҡоролмаларын урынлаштырыу артабан да дауам итәсәк. Ул Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем юлды, йәғни 113 километр арауыҡты үҙ эсенә ала. Был участкала фонарҙәр киләһе йыл барышында ҡабынасаҡ. Шулай уҡ трассаның «Баҡсалар» туҡталышы янында йәйәүлеләр өсөн үткәүел дә асылған.
Рәмзиә Кәримова.




