«Лукойл-Уралнефтепродукт» йәмғиәте автоирекмәндәргә яғыулыҡ карталары менән ярҙам итә

Мәғлүм булыуынса, коронавирус пандемияһы башланыу менән илдә ирекмәндәр хәрәкәте барлыҡҡа килде. Берәүҙәр өлкән йәштәгеләргә, икенселәре медицина хеҙмәткәрҙәренә, өсөнсөләре ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итә.

Ирекмәндәрҙең күбеһе үҙҙәренең транспортында хәрәкәт итә, автомобиль менән йөрөү ваҡытты ҡыҫҡарта һәм күберәк кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге бирә. Бер ирекмән генә көнөнә үҙ транспортында 40 километрҙан ашыу юл үтә. Шуға күрә «Лукойл-Уралнефтепродукт» йәмғиәте уларға яғыулыҡ карталары менән ярҙам иткән. Бынан тыш, улар төрлө учреждениеларға, халыҡҡа ярҙам итеүҙе лә ойошторған.

Пандемия ваҡытында юғалтыуҙарҙы кәметеү, ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн берләшеү мөһим. Шуға күрә беҙҙең йәмғиәт тәүге көндән үк хәйриә эшмәкәрлеген башланы. Медицина учреждениеларына, социаль ойошмаларға аҙыҡ-түлек, һаҡланыу, зарарһыҙландырыу кәрәк-яраҡтары менән булышлыҡ күрһәттек. Ирекмәндәр өсөн яғыулыҡ карталары булдырыу ҙур ярҙам булып тора.

Элина Мөғөртдинова, «Лукойл-Уралнефтепродукт» йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Фото №1 - «Лукойл-Уралнефтепродукт» йәмғиәте автоирекмәндәргә яғыулыҡ карталары менән ярҙам итә

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ