Проект яҙамында төпкөл төбәктәрҙәге медицина учреждениелары кадрҙар менән тулылана. 8 йыл эсендә 2 меңдән ашыу табип әлеге дәүләт ярҙамы менән файҙаланған. «Ауыл табибы» программаһы буйынса Благовещен дауаханаһында ла йәш белгестәр эш башлай. Артабан киләһе яҙмала.
Былтыр ғына медицина университетын тамамлаған Гөлсәскә Хәбибуллина Благовещен дауаханаһына юллана. Сығышы менән Ауырғазы районын булған йәш белгес күп уйлап тормай йәшәү урынын алмаштыра. Сөнки «Ауыл табибы» программаһы буйынса уға яңы торлаҡта фатир һәм дәртләндереү сараһы булараҡ 1 млн һум аҡса тәҡдим ителә.
Коммуналь хеҙмәттәр өсөн генә түләгән Гөлсәскә Хәбибуллина биш йыл урындағы дауаханала эшләгәс фатирҙы үҙенә күсерә аласаҡ. Яңы эш урыны һәм йәшәү шарттары менән ҡәнәғәт педиатр «Ауыл табибы» программаһы ярҙамында еңел автомобиль һатып алып ҡыуана.
«Ауыл табибы» программаһы буйынса эшкә килгән табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итә. Благовещен ҡалаһына медиктарҙы эшкә йәлеп итеү өсөн киләһе йыл да фатирҙар бүлеү ҡаралған.
Башҡортостанда «Ауыл табибы» программаһы 2012 йылдан алып эшләй. Был ваҡыт эсендә ауыл һәм ҡасабаларға баш ҡаланан 2000-дән ашыу табип күсеп ҡайтҡан. Улар араһында – терапевтар, педиатрҙар, теш табиптары, хирургтар, акушер-гинекологтар, психиатрҙар һәм белгестәр бар. Программаға ярашлы һәр табип 1 млн һум дәүләт ярҙамы һәм йәшәү өсөн бушлай торлаҡ алған.
Флорида Ким.




