Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында икеләтә байрам

«Мәҙәниәт» милли проекты буйынса, уҙған быуатта нигеҙ һалынған клуб заман талаптарына яраҡлаштырылып, файҙаланыуға тапшырылды. Шулай уҡ, халҡыбыҙҙың бөйөк улы Алдар батыр Иҫәнгилдингә һәйкәл асылды.

Икенсе Этҡол мәҙәниәт йорто тулыһынса яңырыу кисерҙе. Быға тиклемге  һәм хәҙерге бинаның торошо ер менән күк араһы. Яңы шарттарҙа урындағы талант эйәләре тағы ла дәртләнеп шөғөлләнәсәк. Ағинәйҙәр үҙ бүлмәләрен йыһазландырып та өлгөргән.

Өр-яңы музыкаль ҡоролмалар, иркен тамаша залы, бай китапхана, спорт инвертарҙаре, балалар менән шөғөлләнеү өсөн заманса ҡоролмалар – халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә бер аҙым. Төҙөкләндереү эштәре ауылда мәҙәниәт сифатын күтәреүгә һәм ижади мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡарылды.

Мәҙәниәт йорто бинаһынан тыш, уның эргә-тирәһе лә күркәмләнде. Башҡорт халҡының билдәле шәхестәренең береһе, Бөрйән волосы старшинаһы, тархан Алдар батырға һәйкәл биләмәгә йәм өҫтәне. Уның авторы – билдәле скульптор, бихисап һынлы сәнғәт өлгөләрен башҡарыусы Өлфәт Ҡобағошов.  

Иҫтәлекле көндә ауыл клубы күп функциялы мәҙәниәт үҙәге сертификатын алды. Хәҙер урындағыларға бөтә ғаилә менән килеп, ял минуттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә мөмкин. Яңы шарттар – яңы уңыштарға һәм ҡаҙаныштарға юл асыуына шик юҡ.

Әлфиә Хәмитова.