Сара «Башҡортостанда йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү», дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү программалары сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Криминаль субкультураларҙы, экстремизм, террорҙы иҫкәртеү маҡсатында уҙғарылды. Форумда районда белем алыусы йәштәр, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты, улар өсөн командаға ойошоу буйынса уйындар, «Аҫылташ» мәғариф программаһы, «Алдар батыр» социаль проекттар конкурсы уҙғарылды.
«Аҡ юл» форумы ике көн дауам итте. Сараның тап Иҫке Собханғол ауылында уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Районда 35 йәшкә тиклемге йәштәр һаны уртаса республика күрһәткесенән юғары, 30 процент тәшкил итә. Урындағы хакимиәт был категория граждандар менән тығыҙ бәйләнештә. Төрлө дәүләт программалары ярҙамында уларҙы эш менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ ресурс үҙәк тарафынан мәктәп уҡыусыларына профориентация ла ойошторола.
Гөлназ Хәйбуллина.




