Иглин районында тиҫтәнән ашыу мәғариф хеҙмәткәренә дәүләт наградалары тапшырылды.
2020 йыл медицина хеҙмәткәрҙәрен генә түгел, тотош мәғариф системаһын да оло һынауҙар алдына ҡуйҙы. Педагогтар дистанцион технологияларға күсеп уҡыусылар менән онлайн форматта эшләргә өйрәнде. Тәүге ваҡытта ҡатмарлыҡтар булһа ла республика мәктәптәре бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп сыҡты тип әйтергә мөмкин.
Уҡыусыларға белем биреүҙә өҙөклөктәр булманы. Иглин районында уҙған бүләкләү тантанаһында билдәләнеүенсә, системаның тотҡарлыҡһыҙ эшләүендә һәр педагогтың фиҙәҡәр хеҙмәте һалынған. Бүләнеүселәр араһында мәктәп уҡытыусылары ла, балалар баҡсалары вәкилдәре лә бар.
Гөлназ Хәйбуллинна.




