Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады ойошторолдо

Баш ҡаланың ете районынан ҡыш хужалары телеүҙәктәге боҙ ҡаласығына йыйылды. Артабан улар лимузиндарҙа ҡала советы алдындағы майҙанға юлланды. Ҡыш бабайҙарҙы төп эш урынына БСТ каналының ижади төркөмө лә оҙатты. Был хаҡта БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Һәр кемдә байрам кәйефе. Ете райондың ҡыш хужалары өлкән ҡыш бабай етәкселегендә лимузинға табан юлланды. Уларҙың һәммәһе үҙ район биләмәләрендә үтәсәк Яңы йыл шыршыһы өсөн яуаплы. Ҡыш бабайҙар  үткән йыл йомғаҡтарын барлап, балаларға бүләккә күстәнәстәр ҙә алған.

Ҡомаҡ йылының көтөлмәгән сюрприздары һәм һынауҙары күп булһа ла, тәжрибәле Ҡыш бабайҙар сиргә бирешмәгән, пандемия уларҙың етәүһен дә мөғжизә менән урап үткән. Яңы йылда ла улар үҙ биләмәләрендә белемле һәм тәртипле балаларҙың артыуын, сәләмәт булып үҫеүҙәрен теләй.

Балалар менән осрашыуҙы Ҡыш бабайҙар йыл буйы көткән. Яңы йыл шыршыһын алып барыу хоҡуғына махсус онлайн конкурста еңгәндән һуң лайыҡ булғандар.  

Үткән быуатта беҙҙең ҡыш бабайҙар халыҡты ҡотларға пар аттарҙа ғына  елдерә ине. Заман Ҡыш бабайҙары техниканан артта ҡалырға тырышмай, шуға ла улар лимузиндарҙа баш ҡала һәм республика халҡын Яңы йыл менән ҡотларға ашыға.

Ҡыш тылсымсыларын йөрөткән лимузин Октябрь проспекты буйлап, ҡомаҡ йылын оҙатыу майҙанына ярты сәғәт эсендә килеп етте. Яңы йыл тамашаһын ҡарарға килгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡыштың төп хужаларын ихлас  ҡаршыланы.

Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын тәбрикләү Өлкән ҡыш бабайға йөкмәтелде. Әммә яңы йыл ҡаласығындағы һырғалаҡтарҙы тикшерергә лимузиндарҙа түгел, ә егеүле  пар аттарҙа сыҡтылар. Сөнки лимузиндарҙың бейек тауҙарға менеп етмәүе лә ихтимал, шуға күрә пар аттарҙы һайлағандар. Тамашаға килгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре лә үтеп барған йыл хаҡында тик йылы хәтирәләр генә һаҡлай.

Баш ҡаланың шыршы байрамы рәсми рәүештә асылды. Ҡыш бабайҙар Өфөнөң ете районыда ла мөғжизә көткән балаларға Яңы йыл күңелле һәм хәүефһеҙ үтһен өсөн бар көсөн һаласаҡ.

Фото №1 - Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады ойошторолдо

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ