«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров та ҡатнашты. Был акция республикала йәшәүсе бәләкәстәрҙең хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Өфөнән Анастасия Йосопова яңы йылда ҙур сәхнәлә сығыш яһарға хыялланған. Күреү һәләте насар булған ете йәшлек ҡыҙ күп тиҫтерҙәре кеүек йырсы булырға теләй. Ҡыҙға Урал Салауат улы: «Карауанһарай төркөмө концертында сығыш яһаясаҡһың тип шылтырата. Республиканың төп сәхнәһендә Анастасия әсәһе менән бергә өйрәнгән йырҙы башҡарҙы. Илештән күп бала тәрбиәләгән Степановтар ғаиләһенән 11 йәшлек Степандың да велосипед хаҡында яңы йыл теләге тормошҡа ашасаҡ.
Гүзәл Борханова.




