Нефтекама ҡалаһынан Яна Ғәббәсова федераль каналдың «Голос» проекты финалына үтте

Ярымфиналда яҡташыбыҙға бер команда ҡатнашыусыһы Кирилл СУслов менән һынау тоторға тура килде. Ул Ирина ДубцОваның репертуарынан алынған композицияны башҡарып тамашасы күңелен яуланы.

Һөҙөмтәлә команда остазы Полина Гагарина Яна Ғәббәсова өсөн 60 мәрәй бирә. Ошондай уҡ процент тауыш телевизор ҡараусыларҙан да йыйыла. Финал 30 декабргә билдәләнгән.

Азат Ғәлиуллин.