Өфөлә коронавирус инфекцияһын үткәргән пациенттар өсөн реабилитация үҙәге асылды

Ул Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының ковид-госпиталендә урынлашты. Ошо маҡсатта бишенсе корпустың бер ҡатында капиталь ремонт  уҙғарылған.

Медицина учреждениеһында яңы үҙәк булдырыуҙа «Башҡорт электр селтәрҙәрен бүлеү» ойошмаһы финанс ярҙам күрһәткән. Төҙөлөшкә, бинаны мебель менән йыһазландырыуға биш миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Әйткәндәй, палаталар 18 пациентҡа иҫәпләнгән. Ауыр сирлеләр өсөн күп функциялы карауаттар ҡуйылған. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлы шарттар булдырылған.

Фото №1 - Өфөлә коронавирус инфекцияһын үткәргән пациенттар өсөн реабилитация үҙәге асылды

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ