Тантаналы сарала республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был объект 2017 йылда уҡ сафҡа индерелергә тейеш ине, әммә төҙөлөш тотҡарлана. Киҫкен мәсьәлә тиҙҙән «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө инвестициялары ярҙамында тулыһынса хәл ителәсәк. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Йыл аҙағына ярты меңдән ашыу өлөшсө фатирлы буласаҡ, «Белая река» торлаҡ комплексының ике секцияһында төҙөлөш тамамланған. Проблемалы объект өлөшләтә сафҡа индерелә башланы. Республика башлығы Радий Хәбиров 25 ҡатлы йорттоң әҙерлеге менән танышып, тәүге фатир асҡыстарын тапшырҙы.
Линара Шабаева торлаҡлы булыуына ниһайәт, шат. Йыл ярым элек ул Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә бер бүлмәле фатир һатып алған, әммә төҙөлөш компанияһының финанс проблемаларына бәйле өй туйлау ваҡыты тотҡарлана. Хәйер, проблемалар артта ҡалды. Ҡуртымға алып йәшәгән торлаҡтан яңы төҙөлгәненә күсенергә ваҡыт.
Былтыр июлдә «Белая река» торлаҡ комплексы 71 процентҡа ғына әҙер ине, ниһайәт быйыл апрелдә боҙ урынынан ҡуҙғалып, төҙөлөш эштәре тергеҙелде. Дөйөм алғанда проблемалы объекты сафҡа индереүгә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Был – инвестициялар. Оҙайлы төҙөлөшкә әйләнгән проектты тормошҡа ашырыу бурысы икенсе төҙөлөш ойошмаһы - «Садовое кольцо» компаниялар төркөмөнә йөкмәтелгәйне. Вәғәҙәләр үтәлә. Ике секцияла эштәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлана, ҡалған икәүһе буйынса һорау киләһе йыл аҙағында ябыласаҡ.
«Садовое кольцо» компанияһы «Ленин янындағы өй», «Эрмитаж.Ҡала советы», «Московский» торлаҡ комплекстары төҙөлөшө өсөн дә яуаплы. Дөйөм алғанда, йыл аҙағына тиклем ойошма 843 өлөшсөнө фатирлы итәсәк. Ғөмүмән, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда ла, республикала ыңғай динамика күҙәтелә.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров 2023 йыл аҙағына тиклем алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итергә ҡушты. Әлегә төбәктә ете мең ярым кеше оҙайлы төҙөлөшкә нөктә ҡуйылыуын көтә.
Гөлназ Хәйбуллина.




