Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә уҙып барған йылға яҡынса йомғаҡ яһала. Беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов милли проекттар үтәлеше менән таныштырҙы.
Милли проекттар үтәлешенә бәйле ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса беҙҙең республика илдә алдынғы. Мәҫәлән, быйыл пандемия һәм ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда бизнес менән шөғөлләнеүселәр артыҡ кәмемәгән. Эшҡыуарҙар һаны буйынса беҙҙең республика илдә Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында килә.





