Беҙҙең республикала былтыр ошоға бәйле закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу тыйыла. 4 ғинуарҙан 6-на тиклем хәмерҙе иртәнге ундан көндөҙгө икегә тиклем генә алырға була. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, яңы йыл каникулында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү дөрөҫ ҡарар. Былтыр яңы йыл байрамында алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары 70 процентҡа кәмегән, янғын ҡорбандары дүрт тапҡырға аҙайған.





