Канадала йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты бара. Уйын чехтар файҙаһына 2-0 иҫәбенә тамамланды. 30 декабрҙә Рәсәй йәштәре Австриянан тиҫтерҙәре менән осраша. Милли команда составында “Салауат Юлаев” хоккей клубынан һөжүмсе Родион Әмиров, һаҡсылар Шакир Мөхәмәҙуллин һәм Данил Башкиров сығыш яһай.





