"Бишенсе миҙгел, йәки Яңы йылды Кем уйлап тапҡан?" яңы йыл тамашаһы Кремль һарайында сәхнәләштерелә һәм 31 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән 18 сәғәттә “Карусель” каналында күрһәтелә.
Спектаклдә танылған артистар, акробатика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы, шулай уҡ спорт рок-н-ролы буйынса донъя һәм Европа чемпиондары ҡатнаша.
Кремль шыршыһы тамашаһы 7 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты менән 19 сәғәт 30 минутта һәм 13 ғинуарҙа 17 сәғәттә ҡабатлап күрһәтелә.





