Республика Башлығы указы донъя күрҙе. Документҡа ярашлы, фән олимпиадалары һәм интеллектуаль конкурстары еңеүселәренә аҡсалата бүләк була. Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Октябрьский, Белорет ҡалалары һәм бер нисә райондан Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгән 29 уҡыусыға 60 мең һумдан 120 мең һумғаса түләнә. Башҡа ҡала һәм райондарҙан 395 мәктәп уҡыусыһы 10 мең һумдан 60 мең һумғаса премия ала. Еңеүсе балаларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла ошондай уҡ күләмдә аҡсалата премия бирелә.





