Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Шәрәй ауылында оло йәштәге ҡатын һәм 58 йәшлек ир ут ҡорбаны булған. Федоровка районы Аҡбулат ауылында янғында өс кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, күберәк ауыл кешеләре янғында зыян күрә.
Быйыл 11 мең ярымдан ашыу янғын теркәлгән, ут ҡорбандары һаны 300-гә яҡынлаша.





