Ул ауылдың күп функциялы үҙәге бинаһында ҡуйылды. Ярлы Кәрим (Ғабдулла Кәримов) башҡорт ғәскәрҙәре сафында 1919 йылда Петроградты һаҡлай. Ул сәйәси золом ҡорбаны була, шуға Ярлы Кәрим исеме оҙаҡ йылдар телгә алынмай. Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Әхмәтшин һөйләй.
Айыт ауылында шағир Фәтих Кәримдең музейы эшләй. Киләсәктә Ярлы Кәримдең шиғырҙар йыйынтығын баҫтырыу, балалар ижадын үҫтереү маҡсатында Ярлы Кәрим исемендәге премия булдырыу тәҡдим ителде.






