“Йәшлек-шоу” еңеүсеһе асыҡланды

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале суперфиналы үтте. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса Ҡырмыҫҡалы районынан Ришат Рәхимов беренсе урын алды. Йырсы RAHIMOV исеме аҫтында ижад итә. Еңеүсе булараҡ уға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Әле Ришат Өфөлә музыкаль студияһында эшләй.

“Йәшлек-шоу” еңеүсеһе асыҡланды

          “Йәшлек-шоу” быйыл яңыса үткәрелде. Унда бөтә илдән башҡарыусылар ҡатнашты. Быйылғы лауреаттарға килгәндә, икенсе урында – Мәскәүҙән Алтынай Заһитова, өсөнсөлә – Ырымбурҙан Илдар Абдуллин, дүртенсе урында Салауат районынан Наҙгөл Отузова, бишенселә – Өфөнән Алиса Йомағәлиева, алтынсы урында Ҡазандан “ZAKARIA” фолк-төркөмө. Еңеүселәр йырҙары радиола һәм телеканалдарҙа эфирға сыға. Киләһе йылда, эпидемиологик хәлгә ҡарап, ил төбәктәре буйлап гастролдәр ойоштороу ҡарала.