Яңы йыл байрамы алдынан Иглин ҡасабаһындағы үҙәк майҙанда боҙ һарайы асылды

Ҡарҙан яһалған әкиәт һындары, арт-объект, гирляндалар менән биҙәлгән майҙанда тәүге көндө үк тамаша ойошторолдо. Күңел асыу, уйын, йыр-бейеүҙәрҙән тыш сарала уҡыу алдынғылары бүләкләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Кырандастар урынына – квадроцикл. Иглин районы үҙәгендә ойошторолған байрамға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу заманса транспортта елдереп килә. Үҙәк майҙанда асылған боҙ һарайындағы тамашала малай-ҡыҙҙар ҙа, өлкәндәр ҙә күңел асып Яңы йыл байрамдарынә әҙерләнә.

Иглин районында үҙәк майҙан бер ай эсендә тылсымлы әкиәт иленә әйләнә. Сағыу уттар, боҙ фигуралары, арт-объекттар урындағы халыҡҡа байрам кәйефен килтерә. Йәшел ҡупшыҡай быға тиклем 12 йыл икенсе урында ҡуйылһа, быйыл Иглиндарҙың яратҡан үҙәк майҙанына ҡайтарыла.

Боҙ һарайы асылыу тантанаһында район етәкселеге олимпиада еңеүселәрен, уҡыу алдынғыларын ҡотлап бүләктәр таратты. Татыу ғаиләләр, район тормошонда әүҙемлек күрһәткән һөнәр эйәләре байрамдың ҡәҙерле ҡунаҡтарына әйләнде.

Иглин үҙәгендәге майҙанда Яңы йыл байрамдарына бай программалы тамаша көтөлә. Шулай уҡ 1 ғинуарҙа бында ғәҙәттәгесә, йүгереү марафоны үткәреләсәк. Сәләмәт тормошто, әүҙем уйындарҙы яҡын күргән ҡатнашыусылар Яңы йылдың тәүге көнөндә үк көс-дәрт туплап ял сәғәтттәрен күтәренке кәйеф менән ҡаршы аласаҡ.

Фото №1 - Яңы йыл байрамы алдынан Иглин ҡасабаһындағы үҙәк майҙанда боҙ һарайы асылды

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ