Башҡортостандың Юғары Суды бинаһы 2021 йылдың яҙына файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Был турала төбәк башлығына төҙөлөш барышы менән танышҡанда белдерҙеләр. Яңы бина Пушкин урамындағы әлеге судҡа төкәтмә рәүешендә төҙөлә. Радий Хәбиров эш бүлмәләре һәм ултырыштар залын ҡараны. Юғары Суд рәйесе Земфира Латипова әйтеүенсә, бындай юғары технологиялары булған биналар тотош Рәсәйҙә бармаҡ менән һанарлыҡ. Бында һәр суд эше йүнәлештәр буйынса айырып ебәрелә, архив та һанлы форматҡа күсәсәк.

Был юғары технологиялы суд йорто. Бинала граждандар, административ һәм енәйәт эштәре менән килеүселәр бер-береһе менән киҫелешмәй. Ғәйепләнеүселәр өсөн дә айырым урындар билдәләнгән. Хәүефһеҙлек талаптары буйынса Рәсәйҙә бындай биналар һирәк.

Земфира Латипова, Башҡортостандың юғары суды рәйесе
Фото №1 - Башҡортостандың Юғары Суды бинаһы 2021 йылдың яҙына файҙаланыуға тапшырыласаҡ
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ