Благовещен районы ауылдарында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Мобиль ФАП-та ауыл халҡына күп яҡлы медицина тикшереүе ойошторола. Транспорт заманса диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында ҡан баҫымын, шәкәр, холестерин, глюкоза кимәлен белергә мөмкин.
Мобиль бригада район ауылдарына аҙнаһына биш тапҡыр сыға. Эш графигы менән Благовещен үҙәк дауахананың рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Шулай уҡ Благовещен ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә «Ҡанатлан» мәғариф проекты сиктәрендә стоматология кабинеты асыла. Бында табиптар уҡыусыларҙың тештәрен дауалай, профилактик саралар ойоштора. 1300 бала уҡыған белем усағында тәү сиратта сығарылыш синыф уҡыусылары йәки теше һыҙлап мөрәжәғәт иткән малай-ҡыҙҙар ҡабул ителә. «Ҡанатлан» мәғариф проекты сиктәрендә быйыл мәктәптәрҙә 65 стоматология кабинеты булдырылған.
Флорида Ким.




